1. Жизнь школы
  2. Мероприятия
  3. 8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр” эпосы көнө

8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр” эпосы көнө

08.06.2025 Просмотров: 1

8 июнь Башҡортостанда «Урал батыр” эпосы көнө тип билдәләнде. “Урал батыр” эпосы – башҡорт әҙәбиәтенең иң боронғо ҡомартҡыһы. Ул 45 76 шиғри һәм 19 проза юлдарынан тора. Был көн беҙҙең мәктәптә эшләп килгән йәйге ял һәм һауыҡтырыу лагерында ла үткәрелде. “Урал батыр” эпосын популяштырыу йәһәтенән эпосы яттан һөйләүселәр – йәш сәсәндәр конкурсы, эпостан өҙөк сәхнәләштереү, әҫәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, ятлау буйынса мастер-кластар күрһәтелде. Үткәрелгән саралар балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы һәм юғары рух менән таралдылар.